+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2023, 07:00

Балалар иң яҡшы уйынсыҡты һайлай

"Әйҙә уйнарға!" фестивале барышында "Алтын айыу балаһы" милли премияһының "Балалар һайлауы" Бөтә Рәсәй конкурсы этабы үтә.

Балалар иң яҡшы уйынсыҡты һайлайБалалар иң яҡшы уйынсыҡты һайлай
Балалар иң яҡшы уйынсыҡты һайлай

Сараның бер майҙансығында уйынсыҡтар төрҙәре буйынса төрлө зоналарға бүлеп урынлаштырылған: «Балалар һайлауы», «БабаДедаЗа», «ПапаМамаЗа», «Эксперт һайлауы». Ә ҡыҙҙар һәм малайҙар, атай-әсәйҙәр тәтәйҙәрҙе өйрәнә, һүтеп, йыйып ҡарай, улар тураһында үҙҙәренең фекерҙәрен әйтәсәк һәм иң яҡшыларын һайлай. Уйынсыҡтар ҙа бүләк итәләр. 

Балалар тауарҙары индустрияһы ассоциацияһы президенты Антонина Цицулина белдереүенсә, программа балалар менән әңгәмәләшеүгә ҡоролған һәм уларҙың да фекерен ишетеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ ата-әсәләргә балалар уйыны мәҙәниәтен, уның мөһимлеген аңлатыу бурысы ла тора. "Мин асыҡ беләм: балалар уйынсыҡтарҙы беҙгә, өлкәндәргә ҡарағанда, яҡшыраҡ белә һәм уларҙы  уйлап сығарыуҙа ла шәберәктәр. Ниндәй уйынсыҡтар дөрөҫ була, улар менән нисек уйнарға, улар нимә тураһында һөйләшә, нисек итеп дуҫлаша беләләр - быларҙы ҡыҙҙар һәм малайҙар яҡшыраҡ белә", - ти Антонина Цицулина.

Автор фотолары.

 

 

Балалар иң яҡшы уйынсыҡты һайлай
Балалар иң яҡшы уйынсыҡты һайлай
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас