

Ҡыҙында туған телгә һөйөү тәрбиәләү теләге көслө булғанлыҡтан, йәш әсә ошондай уйынсыҡтар эшләргә була. Идеяны ире Фәнис тә хуплай. Бөгөн Башҡортостанда һәм унан ситтә йөҙләгән бала Руфияның йомшаҡ ҡурсаҡтары менән туған телдә йырҙар йырлай һәм һөйләшергә өйрәнә.
- Әҙер уйынсыҡтар һатып алам һәм батареяларҙы алмаштырып, йыуып булһын өсөн, уларға "молния" тегәм. Күлдәк эшләгән тегенсене таптым, үҙем милли стилдә ҙур булмаған биҙәү эшен башҡарам, шуға күрә уйынсыҡтарыбыҙ бик матур. Ирем һүҙҙәр һәм музыка яҙыу менән ярҙам итә, - тип һөйләй Руфия.
Сығанаҡ: iuruzan.ru.