+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2023, 11:57

Еңеүселәргә - "Йәш Шайморатов" статуэткаһы

"Әйҙә уйнарға!" I Бөтә Рәсәй уйын фестивалендә "Алтын айыу балаһы" милли премияһының бер этабы үтте: илебеҙҙә етештерелгән уйынсыҡтар һәм уйындар өсөн тауыш биреү ойошторолдо.  

Еңеүселәргә - "Йәш Шайморатов" статуэткаһы
Еңеүселәргә - "Йәш Шайморатов" статуэткаһы

"Алтын айыу балаһы" майҙансығында уларҙың 500 төрө бар ине. Бөтәһе 4 меңдән ашыу өлкән кеше һәм бала уйынсыҡтар менән танышып сыҡҡан. Һәр кемгә улар менән уйнап ҡарау һәм баһалау, үҙҙәренә оҡшағанын һайлау мөмкинлеге бирелгәйне. 

Фестивалде ябыу тантанаһында еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. "Балалар һайлауы" номинацияһында "Пластик донъяһы" компанияһы етештергән "Күңелле тауҙар" конструкцияһы еңеүсе булды. "ПапаМамаЗа" номинацияһында - "МПП" компанияһының Басик исемле бесәйе иң күп тауыш йыйған. "БабаДедаДа" номинацияһында "Спектр" компанияһының "Торт" уйын наборы - еңеүсе.

Ә эксперттарҙың күпселеге иһә "Башҡортостандың йәш таланттары" компанияһының "Россыпи познаний" өҫтәл уйынын һайлаған.

Радий Хәбиров еңеүселәргә махсус әҙерләнгән "Йәш Шайморатов" статуэткаһын тапшырҙы. 

Фото:  Э.Әсәҙуллина һәм zolotoymedvezhonok.

Еңеүселәргә - "Йәш Шайморатов" статуэткаһы
Еңеүселәргә - "Йәш Шайморатов" статуэткаһы
Еңеүселәргә - "Йәш Шайморатов" статуэткаһы
Еңеүселәргә - "Йәш Шайморатов" статуэткаһы
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: