+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2023, 13:00

Яугир менән осрашыу

Белорет районы Тирлән урта мәктәбе уҡыусылары МХО биләмәһенән ялға ҡайтҡан яугир менән осрашҡан.

Яугир менән осрашыуЯугир менән осрашыу
Яугир менән осрашыу

Александр махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән ҡатнаша. Тирлән мәктәбе уҡыусыларының осрашыуға саҡырыуын ул ихлас ҡабул итә, балаларға фронтҡа яҙған хаттары өсөн рәхмәт әйтә. "Был йылы хаттар адресаттарға мотлаҡ барып етә, һеҙҙең ихлас, эскерһеҙ теләктәрегеҙ яугирҙәрҙең күңеленә үтеп инә. Тыуған яҡтан алған ярҙам өсөн дә рәхмәт әйтәбеҙ, яҡташтарыңдың теләктәшлеген, ярҙамын тойоу беҙгә көс, рух өҫтәй" - тигән ул.

Яугир фронтта һалдаттарҙың көнкүреше нисек яйға һалыныуы, тыуған илде һаҡларға әҙер торорға кәрәклек тураһында ла һөйләгән. Ул мотлаҡ еңеребеҙгә ышана.

Сығанаҡ: vk.com/uldash_fm.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас