+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
2 Октябрь 2023, 15:00

Өфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы булдырыла

Ул Дим районында асыласаҡ. «Орион» ижад һарайы скверында спорт ҡоролмаларын ҡороу башланды, тип хәбәр итте район хакимиәте башлығы Антон Тарасов.

Өфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы булдырылаӨфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы булдырыла
Өфөлә «Батыр» хәрби-патриотик паркы булдырыла

Уның һүҙҙәренсә, шәхси балалар баҡсалары селтәре проекты «Беренселәр хәрәкәте» федераль грант конкурсында еңеү яулаған. Парк зонаһы ҡаршылыҡтар һыҙаты элементтарынан тора, унда уҡыусылар һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн спорт һәм патриотик саралар уҙғарыу күҙаллана.

Ҡаршылыҡтар һыҙатын төҙөп бөткәс, яҡташтарыбыҙ — Рәсәй Геройҙары, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар, яугир-интернационалистар, махсус хәрби операция яугирҙәре, шулай уҡ янғын һүндереүселәр һәм ҡотҡарыусылар тураһында мәғлүмәт стендтары менән "Геройҙар аллеяһы"н булдырып, 30 төп ҡарағай ултыртырға йыйыналар. 

Сығанаҡ: bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас