

Батырҙарҙы берләштерер өсөн Тимурға ниҙәр эшләргә, ниндәй ауырлыҡтар һәм мажаралар аша үтергә кәрәк булыр? Ошо һәм тағы бик күп һорауҙарға яуапты 3 ноябрҙә, премьера көнөндә алырға мөмкин буласаҡ.
Драматург һәм киносценарист Дамир Йосопов пьесаһы буйынса сығасаҡ спектакль “Ете батыр хаҡында хикәйәт” тип атала. Автор әҫәренең жанрын фентези тип билдәләгән.
– Әле репетицияларҙың ҡыҙған мәле. Спектаклдең ҡуйыусы режиссеры Рөстәм Хәкимов актерҙар менән ролдәр өҫтөндә эшләй, – тип хәбәр итте театрҙың әҙәбиәт бүлеге мөдире Рәзилә Ырыҫҡужина "Йәншишмә" гәзите редакцияһына.
Ҡуйыусы төркөмдә рәссамдар Даян һәм ЭльвираТеүәловтар, хореограф – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова, композитор Васил Ғафаров, трюктар өйрәтеүсе Зөлфәр Әхмәтов, яҡтылыҡ буйынса рәссам Светлана Насонова ла бар.
Йәш сикләүе – 6+.
ҺҮРӘТТӘ: Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары Дания Ғөбәйҙуллина менән Динислам Сафин.
Фото авторы: Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.