

Эштәр 2026 йылға планлаштырылған. Быға 870 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтеләсәк.
Өфө дәүләт циркы тәүге тапҡыр тамашасылары өсөн ишектәрен 1968 йылдың ноябрендә аса. Уның ҙур аренаһы, акробатик номерҙар өсөн бейек көмбәҙе, 2 мең урынлыҡ тамашасы рәттәре, грим бүлмәләре, артистарға, хайуандарға тәғәйенләнгән бүлмәләр бар. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бына нисә йыл инде ремонт эштәренең осона сыға алмайҙар.
Фото: vk.com.