

Ул уҡытыусыһы Айгөл Мәжит ҡыҙы Хәтмуллина менән илебеҙҙең баш ҡалаһы Мәскәүҙе күреүгә ирешкән.
Ә был бәхетле мәл “Беҙ – Рәсәй ғорурлығы” Бөтә Рәсәй тикшеренеүҙәр һәм ижади эштәр конкурсында III урын яулағаны өсөн эләгә. Шулай итеп, Рәил етәксеһе Айгөл Мәжит ҡыҙы менән Мәскәүҙә еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһында ҡатнаша!
Афарин, Рәил! Һиңә артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ!
Наилә Имаева.
Фото: "Йәнтөйәк" гәзите.