+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
16 Ноябрь 2023, 10:00

Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе

Күптән түгел Башҡортостандың Милли музейында «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» тип аталған күргәҙмә асылғайны.  Күргәҙмә республика башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла. Был матур йөкмәткеле һәм экспонаттарға бай күргәҙмә Милли музейҙа күрһәтелеү менән генә сикләнмәгән.  

Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһеСалауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе

  Әле Салауат  тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы тәҡдимен ҡабул итеп, Республиканың Милли архивы менән берлектә ойошторолған экспозицияны Милли музей хеҙмәткәрҙәре Салауат ҡалаһына алып барған.

 – Бөгөндән Салауат ҡалаһында башҡорт халҡының бөйөк улы Кинйә Арыҫлановтың тыуыуына 300 тулыуға арналған күргәҙмә ҡала халҡы өсөн үҙ ишектәрен асты. Килгән ҡунаҡтар Кинйә Арыҫлановтың шәжәрәһен, тирмәнең традицион биҙәлешен, ул ваҡыттағы ғәскәрҙәрҙең һәм Емельян Пугачевтың ҡоралын күрә ала. Уникаль экспонаттар араһында шулай уҡ Емельян Пугачевтың, Кинйә Арыҫлановтың ҡултамғалары ҡуйылған хаттар, манифестар, Арыҫлановтар нәҫеленең күренекле вариҫтары тураһында материалдар менән танышырға мөмкин. Барығыҙҙы ла Кинйә Арыҫлановҡа арналған күргәҙмәгә саҡырабыҙ. Ул ай дауамында барасаҡ. Рәхим итегеҙ! – ти Башҡортостандың Милли музейының бүлек мөдире Рәзилә Салауатова.

 

Фото: Р. Салауатова.

Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Салауатта – «Кинйә Арыҫланов. Образ һәм легенда» күргәҙмәһе
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас