+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
17 Ноябрь 2023, 13:22

Телефон рөхсәт ителмәй!

Кисәге Дәүләт думаһы депутаттары беренсе уҡыуҙа мәғариф тураһындағы законға үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Улар мәктәптәрҙә балаларҙың телефон ҡулланыуын тыйыуға һәм хеҙмәт дәрестәрен кире ҡайтарыуға ҡағыла.

Телефон рөхсәт ителмәй!Телефон рөхсәт ителмәй!
Телефон рөхсәт ителмәй!

Дәүләт думаһы рәйесе Вячеслав Володин ҡанунды Рәсәй халҡының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып эшләп бөтөргә кәрәклеген билдәләне. Икенсе уҡыуҙа төҙәтмәләр индереләсәк: уға ярашлы, дәрестәрҙә телефондар тыйыласаҡ һәм мәктәптәргә мотлаҡ предмет булараҡ хеҙмәт дәресе кире ҡайтарыласаҡ.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас