+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2023, 07:12

Зарядкала ҡалдырмағыҙ!

Өйҙән сыҡҡанда розетканы тикшерәһеңме? Күптәр онота шул. Ә бит янғын уйламағанда сыға. Хатта өйҙә саҡта ла техникаға күҙ-ҡолаҡ булып торорға кәрәк. Бына Благовар районының Языков ауылындағы күңелһеҙ хәл дә – быға миҫал.

Зарядкала ҡалдырмағыҙ!Зарядкала ҡалдырмағыҙ!
Зарядкала ҡалдырмағыҙ!

Ике ҡатлы йортта йәшәүсе ғаилә ағзаларының береһе сымһыҙ ҡолаҡсындарын көс йыйырға розеткаға ҡуя. Ҡыҫҡа ялғаныш барлыҡҡа килеп, осҡон яҡындағы түшәккә ырғый. Карауат янып китә. Ата-әсә 2014 йылғы төпсөктәре менән өйҙә була. Өлкән балалар мәктәптә булып ҡала.

Йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма ҡуйылған икән. Янғын һүндереүселәр тиҙ арала килеп етә. Тағы берҙе иҫкәртәбеҙ: микротулҡынлы мейес булһынмы ул, кер йыуыу машинаһымы, телевизормы – электричествонан бар нәмәне алып сығығыҙ!

Фото: bashinform.ru.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас