+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 05:36

2024 йыл Ғаилә йылы буласаҡ

Президент Владимир Путин 2024 йылды Ғаилә йылы тип иғлан итте. Хәтерегеҙҙәлер, быға тиклем дә Рәсәйҙә - 2008 йыл,  Башҡортостанда 2018 йыл Ғаилә йылы булғайны. 

Илебеҙҙә ғаилә институтының абруйын күтәреүгә, ғаиләләргә ярҙам итеүгә тағы ла күберәк иғтибар бүленер, Алла бирһә.

Владимир Путин 27 декабргә тиклем Ғаилә йылын үткәреү буйынса ойоштороу комитетын булдырырға ҡушты, рәйесе итеп вице-премьер Татьяна Голикованы тәғәйенләне.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас