+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Ноябрь 2023, 12:00

Нияз Мәжитов кабинеты булдырылды

Һөйөнсө: баш ҡалала ғалим-археолог Нияз Мәжитовтың мемориаль синыф-музейы асылды. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика интернат-гимназияһында булдырылды. Академик тап ошо белем усағын тамамлаған.

Кабинетты асыу III Мәжитов уҡыуҙары ваҡытына тура килтерелде. Тантаналы сарала гимназия директоры Илнур Сәлихов быны ҙур бүләк тип атаны. Әле уҡыу йортонда Мостай Кәрим һәм Ғайса Хөсәйенов кабинеттары эшләй.

Нияз Мәжитовтың синыф-музейын булдырыу өҫтөндә билдәле белгестәр эшләгән. Ижади төркөм етәксеһе, ошо уҡ мәктәптә уҡыған Данир Ғәйнуллин билдәләүенсә, улар бының хаҡта күптән уйланған. Археолог тыуыуына 90 йыл һәм Мәжитов уҡыуҙары идеяны тормошҡа ашырыу өсөн яҡшы мөмкинлек булған.

Нияз Мәжитов кабинеты булдырылды
Нияз Мәжитов кабинеты булдырылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: