+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Декабрь 2023, 11:37

Учалылар йыйылды

“Учалы – Евразия йөрәге” исемле сара баш ҡалала йәшәүсе яҡташтарҙы йыйҙы. Был ҙур кисә райондың яҡташтар берләшмәһенә 30 йыл тулыуға арналды.

Учалылар йыйылды
Учалылар йыйылды

Ғәҙәттәгесә, төп өлөш башланыр алдынан “Башҡортостан” дәүләт залы фойеһында күргәҙмә-йәрминкә ойошторолдо. Иҫ киткес матур ҡул эштәре, тәмле буҙа-ҡымыҙ һәм башҡа продукция ҡуйылғайны. Теләүселәр китаптар алды, бәғзеләр Учалы районы ауылдары тарихы менән махсус альбомдарҙа танышты. Хакимиәт вәкилдәре студенттар менән дә осрашты.

Иң көтөп алынғаны, әлбиттә, концерт булды. Тәүҙә тамашасыларҙы район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов һәм башҡа хөрмәтле ҡунаҡтар сәләмләне. Талантлы учалылар сағыу сығыштары менән әсир итте. Халыҡ күптән танып-яратып өлгөргән артистар менән бер рәттән яңы исемдәр ҙә яңғыраны. Нәзифә Ҡадырова, Ирек Ноғоманов, Салауат Мөхәмәтйәров, Дияна Ишниязова, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин, Әлфиә Ниғәмәтйәнова, Тимур Ямалов, Илдар Жамалов, “Уралтау” ансамбле һәм башҡаларҙың сығышын бик йылы ҡабул итте тамашасы. Ә махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташтарҙың фотолары экранға сығарылғанда күҙҙән йәштәр эркелде, бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Сара режиссеры – Зилә Ғәлләмова.

Яҡташтар берләшмәһе артабан да Өфөләге учалыларҙы туплаһын. Уңыштар!

 

 

 

 

Учалылар йыйылды
Учалылар йыйылды
Учалылар йыйылды
Учалылар йыйылды
Учалылар йыйылды
Учалылар йыйылды
Учалылар йыйылды
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: