+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2023, 14:20

Яңы эш башлаған уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Был хаҡта Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Айбулат Хажин белдергән.

Яңы эш башлаған уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы артасаҡ
Яңы эш башлаған уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡы артасаҡ

Ошо көндәрҙә Өфөлә Милли педагогия форумы үтте, унда балалар баҡсаларында йәш уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр етешмәүе мәсьәләһе тикшерелгән. Профилле министрлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, әлеге мәлдә башланғыс синыфы  һәм сит телдәр уҡытыусылары етешмәүе айырыуса һиҙелә икән.

– 2024 йылдың 1 ғинуарынан йәш уҡытыусылар өсөн хеҙмәт хаҡының ярайһы уҡ артыуы көтөлә. Яңы эш башлаған уҡытыусы 16 – 18 мең һум аҡса эшләй.  Һүҙем бер ставка хаҡында.
   Беҙҙә 1 ғинуарҙа ҡайтанан иҫәпләү буласаҡ. Яңы эш башлаған уҡытыусының уртаса хеҙмәт хаҡы 35 мең һумдан ашыу тәшкил итәсәк, –  тип белдерҙе Айбулат Хажин Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрселәренә.

Сығанаҡ: “Шоңҡар”.

Фото: З. Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: