+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2023, 10:52

Яңы майҙансыҡ буласаҡ

Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районында урынлашҡан 162-се балалар баҡсаһы коллективы һәм тәрбиәләнеүселәре биләмәлә уйнау өсөн яңы заманса майҙансыҡтарға мохтаж. Шуға ла улар урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашырға булды.

Яңы майҙансыҡ буласаҡ
Яңы майҙансыҡ буласаҡ

Был эште Калинин урамының 17-се йортонда йәшәүселәр ойоштороп ебәрҙе. Тәүҙә көнүҙәк проблемаларҙы асыҡлау һәм программала ҡатнашыу мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында йыйылыш үткәрелде. Унда хакимиәт вәкилдәре лә ҡатнашты. Күп фатирлы йортта йәшәүселәр 162-се балалар баҡсаһы биләмәһен йәшелләндереү, майҙансыҡтарын йыһазландырыу, яңы ҡойма ҡуйыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Йыйылышта ҡатнашыусыларҙың күбеһе тауыш биреү юлы менән биләмәлә яңы майҙансыҡтар булдырыуҙы хуп күрҙе. Йомғаҡлап әйткәндә, инвалид һәм һаулыҡтары сикләнгән балалар өсөн йәйәү йөрөү участкалары эшләү, хәүефһеҙ инвентарь һатып алыу һәм ҡуйыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

 

Яңы майҙансыҡ буласаҡ
Яңы майҙансыҡ буласаҡ
Яңы майҙансыҡ буласаҡ
Яңы майҙансыҡ буласаҡ
Яңы майҙансыҡ буласаҡ
Яңы майҙансыҡ буласаҡ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: