+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Февраль , 10:10

25 февраль концертҡа рәхим итегеҙ!

“Төп балалар йырҙары” – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә” музыкаль марафоны Өфөлә лә үтәсәк!

25 февраль концертҡа рәхим итегеҙ!
25 февраль концертҡа рәхим итегеҙ!

"Проект патриотик йүнәлештәге заманса балалар йырҙарын яҙыуға һәм таратыуға йүнәлтелгән. Тыуған ил, дуҫлыҡ, ғаилә, еңеү тураһында йырҙар радиола, интернетта яңғырай, уларҙы төрлө сараларҙа һәм ғаиләләрҙә башҡаралар. Был беҙҙең йөрәктәрҙе йылыта, изгелеккә әйҙәй,” – ти ойоштороусыларҙың береһе, Еңеү музейы етәксеһе  Александр Яковлевич Школьник.

Концерт программаһында балалар эстрадаһы йондоҙҙары: “Непоседы” менән “Волшебники двора” төркөмдәре башҡарыуында проекттың популяр әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Сығыштар Калининградта һәм Түбәнге Новгородта үтте лә инде. Артабан ҙур тур планлаштырыла. Өфөлә иһә концерт 25 февралдә Ҡала мәҙәниәт һарайында уҙа. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары бушлай инә.

Батырлыҡ, намыҫ, илһөйәрлек темаһына 50 яңы балалар йыры ижад ителгән дә инде. 2021 – 2023 йылдарҙа проекттың һайлап алыу турҙарында Рәсәйҙең 87 төбәгенән 3 меңгә яҡын йәш вокалист ҡатнашҡан.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: