+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
16 Март 2024, 10:27

40 кеше шылтыратҡан

Рәсәй Президентын һайлауҙың икенсе көнөнөң 14.00 сәғәтенә Башҡортостандың колл-үҙәгенә һайлаусыларҙан 12 шылтыратыу килгән. Был хаҡта структура вәкиле Анна Сучкова һөйләне.

40 кеше шылтыратҡан40 кеше шылтыратҡан
40 кеше шылтыратҡан

Уның мәғлүмәттәре буйынса, мөрәжәғәттәр башлыса һайлау комиссияларының ҡайҙа урынлашыуына һәм уларҙың эш режимына ҡағыла. 15 һәм 16 мартта колл-үҙәккә граждандарҙан бөтәһе 40 мөрәжәғәт алынған.

“Кисә, мәҫәлән, беҙгә 90 һәм 85 йәшлек һайлаусылар шылтыратты. Улар хеҙмәткәрҙәрҙең өйҙәренә килеүҙәрен һораны. Әлбиттә, беҙ уларға ярҙам күрһәттек”, — тип билдәләне Анна Сучкова.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас