+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Март , 14:00

Концерт менән астылар

Учалы районы Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр хаҡында хәстәрлек күреү йылының тәүге сараһын үткәрҙе. Ул "Супер дуэт" тип аталды.

Концерт менән астылар
Концерт менән астылар

Ижади бәйгелә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән бала тәрбиәләгән ғаиләләр ҡатнашты. Хажиевтар, Шаһиморатовтар, Абзаловтар, Ефимовтар, Әғлиуллиндар, Һәмбәлиевтар һәм Нәжметдиновтар сағыу, ҡабатланмаҫ номерҙар менән сығыш яһаны. Һәр ғаилә Диплом һәм бүләктәр алып ҡыуанды.

Сара барышында филармония фойеһында күргәҙмә эшләне, һатыу барҙы. Йәнә учалылар оҫталыҡ дәрестәрендә ихлас ҡатнашты.

Бәйгене "Дари Добро" ойошмаһы ойошторҙо, уның вәкилдәренә Рәхмәт хаттары тапшырылды.

Концерт менән астылар
Концерт менән астылар
Концерт менән астылар
Концерт менән астылар
Концерт менән астылар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: