+4 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
1 Апрель , 10:59

Иң мөһиме – иҫән табылығыҙ

Дамирҙы бәләкәйҙән белгәс, бер минутҡа ла был хәл башымдан сыҡмай, сәғәтенә бер нисә тапҡыр социаль селтәрҙәргә инеп, һуңғы мәғлүмәттәрҙе байҡайым.

Иң мөһиме – иҫән табылығыҙ
Иң мөһиме – иҫән табылығыҙ

Дамир Әҙеһәмов менән Павел Паличев баш ҡалала 30 март көнө юғалды. Үҫмерҙәр ҡаяға үрмәләү спорты менән шөғөлләнә, ял көнө бәйгелә яҡшы сығыш яһайҙар. Өйҙәренә таралышыр алдынан яҡындағы “Чайка” лагеры биләмәһендә йөрөп килергә булалар. Ул Өфөнөң ҡап уртаһында урынлашҡан, тиһәң дә була. Урманы ла, йылғаһы ла эргәлә. Көндөҙгө дүрт тирәһенән һуң малайҙар бәйләнешкә сыҡмай башлай. Хафаланған ата-әсәләр (әйткәндәй, Дамирҙың әсәһе менән бергә мәктәптә лә эшләнек) балаларҙы эҙләп таба алмағас, кәрәкле ергә мөрәжәғәт итә.

Әлеге мәлдә Дамир менән Павелды “ЛизаАлерт” эҙәрмәндәр отряды, был хәлгә битараф булмаған ирекмәндәр, ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, полиция, пилотһыҙ осоу аппараттары эҙләй. Кисәге Алтынсы пристань урамынан алыҫ түгел яр буйында үҫмерҙәрҙең рюкзактары табылғас, водолаздар Ағиҙел төбөн байҡап сыҡты. Һөҙөмтә юҡ. Был тирәлә ер аҫты туннелдәре бар, тип яҙа ҡала халҡы социаль селтәрҙәрҙә. Сыға алмай аҙашып йөрөмәйҙәрме икән?

Интернетта кире фекерҙәр ҡалдырыусылар ҙа бар. Дамир минең улым менән балалар баҡсаһына бер төркөмгә йөрөнө – ипле, тыныс, тәрбиәле малай. “Өйҙән ҡасҡандарҙыр”, “Ата-әсәләре менән конфликт булғандыр”, “Байрам итәләрҙер, ҡайтырҙар әле” тигәнерәк һүҙҙәр менән бөтөнләй килешмәйем. Ул ғаиләне яҡшы беләм, дуҫы Павелдың да һәйбәт малай икәненә шигем юҡ. Их, тиҙерәк табылығыҙ инде, һеҙҙең өсөн бөтә Башҡортостан көйә! Ата-әсәләр, зинһар, ошондай ваҡиғалар булдырмау өсөн, балаларығыҙ менән аңлатыу эштәре алып барығыҙ...

ВНИМАНИЕ! СБОР НА ПОИСК!
Пропали #Паличев Павел, 13 лет (2010 г.р.)
#Адигамов Дамир, 14 лет (2010 г.р.)
г. Уфа, Республика Башкортостан

Дата/время: 01.04.2024 c 12:00
Место штаба: Школа № 40 (г. Уфа, ул. Шафиева, 1), вход со стороны спортзала, нужно обойти здание с левой стороны и следовать указателям на табличках.
Координаты места штаба: 54.766145, 55.998231.
Форма одежды: лес. Удобная, тёплая, непромокаемая обувь (обязательно).
С собой: фонари, заряженные телефоны, горячее питьё, перекус, скотч.

Если у вас нет возможности выехать на поиск, но вы хотите помочь, в штаб поиска очень нужны:
- аккумуляторы 18650 с платой защиты (Soshine/Armytek и аналоги), ёмкость не более 3700 mAh;
- зарядные устройства для аккумуляторов 18650;
- фонари такой модели:
https://www.dns-shop.ru/product/7790aac26b883330/fona..

Старший на месте: Николай (Сынковский)
Инфорги поиска: Елена (Барбие) 89870997092, Анастасия (Моррисан) 89373204474, Анастасия (Стейша) 89991889106
Тема на форуме: https://vk.cc/cvP1ok

Иң мөһиме – иҫән табылығыҙ
Иң мөһиме – иҫән табылығыҙ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: