12 майҙансыҡта барған фекер алышыуҙарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә һәм оҫталыҡ дәрестәрендә 1000-дән ашыу кеше ҡатнашты. Илһөйәрлек темаһына арналған форумда маскировка селтәрҙәре, беләҙектәр үрергә, окоп шәмдәре яһарға, “ҡоро душ” эшләргә, тәүге ярҙам күрһәтергә өйрәнергә мөмкин ине. Һалдатҡа хат яҙырға теләүселәр ҙә күп булды. Окоп шәмдәре эшләргә өйрәткән Шишмә районының Пионерҙар йорто вәкилдәре тәрбиәләнеүселәренең ҡул эштәрен дә алып килгән – балалар үҙҙәре яһаған значок, брелоктарҙы теләп алдылар. Сарала “Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһына – 15 йыл”, “Герой ҡатыны. Герой әсәһе”, “Геройҙар һәм батырлыҡтар” күргәҙмәләре лә эшләне.
“Ирекмәнлектең яңы мәғәнәләрен, ҡиммәттәрен формалаштырыуҙа һәм үҫешендә балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмаларының роле” сессияһында шундай ойошмалар миҫалында үҫеп килгән быуында нисек илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү мәсьәләһе күтәрелде. Республикабыҙҙа бының өсөн күп эштәр эшләнелә. “Герой партаһы”, Шайморатов синыфтары, “Мөһим нәмәләр хаҡында һөйләшеү” дәрестәре, патриотик байрамдар, "Беренселәр хәрәкәте", аҙна һайын мәктәптә Рәсәй һәм Башҡортостан флагтарын күтәреү һәм гимн тыңлау, хәрби йыйындар – уларҙың бер өлөшө генә.
Форумда социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса һығымталар яһалды, эш артабан да дауам итәсәк. Әйткәндәй, ошондай башланғыстарға бүленгән федераль гранттар күләме буйынса беҙҙең республика дүртенсе урында тора. Был хаҡта Радий Хәбиров билдәләп үтте.