+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
16 Май 2024, 06:24

Өфөгә 233 нәшриәт килә

24 – 26 майҙа Өфөлә Европа менән Азияны әҙәбиәт йүнәлешендә берләштергән “Китап-байрам” үтәсәк. Белоруссия, Әзербайжан, Үзбәкстан, Тажикстан, Ҡаҙағстан һәм Ҡырғыҙстан ҡатнашыу өсөн ғаризалар ебәргән.

233 нәшриәт килә233 нәшриәт килә
233 нәшриәт килә

Быйыл үҙенең 450 йыллығын билдәләгән баш ҡалабыҙ өс көн буйына яҙыусыларҙы, актёрҙарҙы, психологтарҙы, нәшриәтселәрҙе, уҡыусыларҙы һәм башҡа ҡунаҡтарҙы йәлеп итеү нөктәһе буласаҡ. Рәсәйҙең 18 субъектынан 233 нәшриәт йәрминкәлә үҙҙәренең китаптарын тәҡдим итәсәк.

Билдәле замана яҙыусылары ла килә. Улар араһында, мәҫәлән, яҙыусы, сценарист, «ироник детективтар» авторы, йылына сығарылған китаптар тиражы буйынса рекордсмен Дарья Донцова бар.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас