+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Май , 18:40

Йәш армеецтар балы

Улар төрлө бәйгеләрҙә үҙ мәктәбенең генә түгел, районының да данын яҡлай. Улар интеллектуаль һәм спорт ярыштарында ҡатнаша. Улар... Ҡыҫҡаһы, иң шәп йәш армеецтар Өфөлә улар өсөн тәүгә үткәрелгән балға йыйылды. Бығаса ҡалала "Аксаков балы", "Бәләкәй принцессалар балы" һәм "Кадеттар балы" үткәрелеп килә ине.

Йәш армеецтар балы
Йәш армеецтар балы

Баш ҡаланың ете районының һәр береһе сараға яҡшы әҙерләнгән. 74 уҡыусы мәртәбәле ҡунаҡтар алдында тәүҙә полонез бейеүен башҡарҙы.

– Бөгөнгө байрам ҡалабыҙҙың 450 йыллығына бағышлана. Беҙҙә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүгә ҙур иғтибар бүленә. Йәш армеецтар һәм кадеттар хәрәкәте яҡшы үҫешә, – тине хакимиәт башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева. Ул быға ҙур өлөш индереүселәрҙе лә бүләкләп үтте.

Төп өлөштә уҡыусылар вальс номерҙары менән сығыш яһаны. Бергәләп котильон бейеүен дә башҡарҙылар. Жюри урындар ҙа билдәләне. Калинин һәм Дим районы – I, Киров, Ленин – II, Совет һәм Орджоникидзе III урын яуланы. Гран-при – Октябрь районы йәш армеецтарында.

– Совет районының 108-се һәм 27-се мәктәбе уҡыусылары балда ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Шул тиклем шатбыҙ, ғорурбыҙ. Беҙҙең йәш армеецтар бер ерҙә лә һынатмай, – ти 108-се мәктәптә белем биреүсе Гөлнара Сабир ҡыҙы Ниғмәтуллина. 

Йәш армеецтар балы матур йолаға әүерелһен!

Йәш армеецтар балы
Йәш армеецтар балы
Йәш армеецтар балы
Йәш армеецтар балы
Йәш армеецтар балы
Йәш армеецтар балы
Йәш армеецтар балы
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: