+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Май , 12:15

Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды

Беҙҙең белем усағыбыҙҙа районыбыҙҙың Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты, күренекле шағирыбыҙ Рәшит Назаровҡа бюст асыу тантанаһы үтте.

Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды

Сараға мәртәбәле ҡунаҡтар, райондаштар, милләттәштәр, рухташтар йыйылды.

Былтырғы уҡыу йылында гимназиябыҙ уҡытыусылары һәм өлкән синыф уҡыусылары "Мәктәптәрҙе инициативалы бюджетлау" проектында ҡатнашып, "Гимназия тирә-яғын төҙөкләндереү һәм Рәшит Назаровҡа бюст асыу" темаһы менән грант отто.

Әле ошо ниәттәребеҙ тормошҡа ашты, Аллаға шөкөр!

Күренекле яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштереү маҡсатында әүҙем эш башҡарыла. Шатлыҡлы тантана шағирыбыҙҙы хөрмәт итеү, исемен мәңгеләштереү, ижады менән киләсәк быуынды таныштырыу йәһәтенән башҡарылған ҙур эш булып тора.

Сараны уҙғарыуҙа ҡатнашҡан һәр кемгә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Илебеҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын!

 

Розалиә  ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Шағир Рәшит Назаровҡа бюст асылды
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: