+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май , 11:00

Ҡотлайбыҙ!

Гәзитебеҙ хеҙмәткәре Нурзиә Хәсәнованың ғаиләһен  донъя халыҡтары әкиәттәрен башҡорт телендә һөйләүселәрҙең “Һаумы, һаумы, әкиәт!” ҡала конкурсының “Әкиәтте ғаилә менән сәхнәләштереү” номинацияһында гран-при яулауҙары менән ҡотлайбыҙ!

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!

– Балаларыбыҙ йыл да ошо бәйгелә ҡатнаша.  Был юлы Ғаилә йылы булғас, бергәләп сығыш яһарға булдыҡ. Был бәйгенең ойошторолоуы балалар өсөн әһәмиәте бик ҙур, тип уйлайым. Нурсолтан улым менән  Сәлимә ҡыҙым сәхнәлә үҙҙәрен иркен тоторға өйрәнә. Улар телмәрҙәрен шымартып, матур итеп һөйләү оҫталыҡтарын үҫтерә. Үҙҙәре лә бик теләп, ихлас әҙерләнәләр. Беҙгә шуныһы иң мөһиме, – ти Нурзиә Рафиҡ ҡыҙы.

Афариндар! Һеҙгә тағы еңеүҙәр һәм уңыштар теләйбеҙ.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: