+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Май , 15:55

"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек

Баш ҡаланың 108-се мәктәбе лә, башҡа белем усаҡтары кеүек үк, үҙенең иң-иң уҡыусыларын тәбрикләне: бында “Йондоҙҙар парады” үтте.

"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек

Мәктәптә 1 меңгә яҡын бала белем ала. Уҡытыусылар коллективы уҡыуҙа, фәндә, спортта, сәнғәттә үҙҙәрен күрһәткән уҡыусылары менән ғорурлана. Улар мәктәп данын районда ғына түгел, ҡалала ла яҡлай, Рәсәй буйлап бәйгеләргә, конкурстарға йөрөйҙәр.

Быйыл тантана саҡ ҡына икенсерәк төҫ алды. Директор Рафиҡ Рәшит улы Әбүләев ҡасандыр ошо уҡыу йортон тамамлаған, хәҙерге көндә ҙур урындарҙа эшләгән һәм билдәле ҡунаҡтарҙы саҡырғайны. Улар үҙҙәренең миҫалында балаларҙы бер нәмәгә лә бирешмәҫкә, гел алға барырға өндәне.

Төрлө өлкәлә иң алдынғы, иң шәп уҡыусыларҙы билдәләүҙән тыш, яңы номинациялар ҙа булдырылған. Гагарин кубогына олимпиадала еңеүселәрҙе ҡотлағас, әҙәбиәт йә математика, тел йә тарих фәненән уңышҡа өлгәшкән йыл уҡыусылары билдәләнде. Ә инде бөтә яҡтан да килгән йыл уҡыусыһы унынсынан Алһыу Шәймәрҙәнова булып сыҡты. Унаң хаҡында гәзитебеҙҙә яҙып та сыҡҡайныҡ инде. Һәр ергә өлгөрә ҡыҙ: яҡшы уҡый ҙа, бейей ҙә, олипиадаларҙа ла һынатмай.

Байрамды сағыу концерт номерҙары биҙәне. Кисә аҙағында уҡытыусылар ҙа бүләкләнде. Артабан да һынатмағыҙ, 108-ҙәр!

"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
"Йондоҙҙар парады"н күҙәттек
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: