+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Май , 18:00

Өфөмдөң иҫтәлекле урындары буйлап

Үҫеп килгән быуынды тыуған төйәгенең һәм ҡаланың тарихи, мәҙәни һәм ижади мираҫы менән таныштырыу маҡсатында Республика балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү, туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәгенең “Башҡортостандың визуаль киңлектәр донъяһы” берекмәһе уҡыусылары өсөн Михаил Нестеровтың музейына экскурсия ойошторолдо.

Өфөмдөң иҫтәлекле урындары буйлап
Өфөмдөң иҫтәлекле урындары буйлап

Берекмәнең етәксеһе Роза Флүр ҡыҙы Гәрәева тәрбиәселәнеүселәре менән төрлө күргәҙмәләрҙә, ярыштарҙа ҡатнаша һәм гел призлы урындар яулай. Ошо балалар өсөн үткәрелгән экскурсия ла бик файҙалы үтте. тәрбиәләнеүселәр Өфө ҡалаһының билдәле рәссамдары Михаил Васильевич Нестеров һәм Борис Федорович Домашниковтың биографияһы һәм ижады менән танышты.

 

Римма БАЙМЫРҘИНА, үҙәктең директор урынбаҫары.

Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: