+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Май , 10:50

Өфөләге “Китап байрам”ында – “Шәжәрә байрамы”

Башҡортостанда «Шәжәрә байрамы» беренсе тапҡыр «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһендә уҙғарыла.

Өфөләге “Китап байрам”ында – “Шәжәрә байрамы”
Өфөләге “Китап байрам”ында – “Шәжәрә байрамы”

Бөгөн киске сәғәт 5-тә Аҡмулла сәхнәһендә «Ғаиләм – минең ҡәлғәм» республика конкурсының финал туры була. Унда Башҡортостан райондарынан һәм Ырымбур өлкәһенән ғаиләләр ҡатнашасаҡ. Сараға килгән ҡунаҡтар шулай уҡ уҙған йылдарҙағы лауреаттарҙың шәжәрәләре күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин, тип хәбәр итә халыҡ ижады үҙәгенең матбуғат хеҙмәте.

Фольклор коллективтары ҡатнашлығындағы гала-концерт һәм конкурс еңеүселәрен бүләкләү 25 майҙа көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана.

«Ғаиләм — минең ҡәлғәм» ғаилә халыҡ ижады конкурсы өс этапта үткәрелә. Сығыштарҙың темалары:

«Минең ғаиләм» — театрлаштырылған тамаша рәүешендә визит карточкаһы;

«Ғаилә тантанаһы» — ғаилә традициялары, йолалары нигеҙендәге театрлаштырылған миниатюра;

 «Бишек йыры» — ғаиләнең бишек йырын башҡарыу;

«Йондоҙло ғаилә» — төрлө жанрҙағы концерт номеры.

«Шәжәрә байрамы» проекты республикала ғаилә традицияларын, урындағы кәсептәрҙе һәм традицион халыҡ кейемен, фольклорҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, уйындарҙы тергеҙеүгә булышлыҡ итә.

Ойоштороусылар: Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.

0+

https://www.bashinform.ru/news/culture/2024-05-23/vpervye-v-ufe-prazdnik-sh-zh-r-bayramy-proydet-v-ramkah-kitap-bayrama-3779266

Ләйлә Аралбаева.

Фото: Башинформ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: