+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь , 10:00

Аҡ юл һеҙгә!

“Йондоҙло” балалар баҡсаһының мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмөндә сығарылыш кисәһе үтте. Быйыл Дилиә, Азалина, Ансар һәм Ярослав исемле малай-ҡыҙҙар оло тормош юлына баҫа.

Аҡ юл һеҙгә!
Аҡ юл һеҙгә!

Кисәлә улар әкиәт персонаждары менән төрлө уйындар уйнаны, йомаҡтар систе, йырланы, бейене. Беҙҙең балаларҙың һәр береһенең ниндәйҙер һәләте бар: береһе матур итеп шиғыр һөйләй, икенсеһе һүрәт төшөрә, күҙ теймәһен!

Тантаналы өлөш тамамланғас, балалар тышҡа сыҡты һәм зәңгәр күккә шарҙар осорҙо. Ошолай баҡсабыҙ менән хушлашты улар. Аҡ юл һеҙгә, балалар! Алда тылсымлы белем доньяһы көтә.

 

Азалиә НУРДӘҮЛӘТОВА, Гөлфиә ФӘЙЕЗОВА, «Йондоҙло» балалар баҡсаһы педагогтары.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: