Улар "Арт-ҡоролтай - балалар" форумында ҡатнашты. "Мин башҡортса һөйләшәм" башҡорт теле фестивалендә булды.
Торатауға сәйәхәт тә сит ерҙәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙгә бик оҡшаған. "Бишбармаҡ" кулинария студияһында оҫталыҡ дәресендә лә булғандар.
Дүртенсе көн фәнгә бағышланып, балалар Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студенттар кампусы менән танышты. Спорт әҙерлеге үҙәгенә, Салауат Юлаев һәйкәленә сәйәхәт тә мауыҡтырғыс булды.
Был форум республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә Башҡортостан, башҡорт халҡының тарихы тураһында күберәк белергә, тамырҙарын онотмаҫҡа ярҙам итә. Артабан яҙмыштарын Өфө менән бәйләүселәр ҙә бар.
Фото: tamyrym_bashkort.