+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июнь , 10:46

Йәш шайморатовсылар бүләкләнәсәк

14 июндә Өфөлә "Йәш шайморатовсы" Почёт билдәһе менән бүләкләү тантанаһы үтәсәк.

Йәш шайморатовсылар бүләкләнәсәк
Йәш шайморатовсылар бүләкләнәсәк

12 - 24 апрелдә конкурсҡа тәҡдим ителгән 59 уҡыусының эше ҡаралған. Улар араһынан иң шәп өс шайморатовсы - I, ун бер уҡыусы - II, ун алтыһы III дәрәжә Почёт билдәһе менән бүләкләнәсәк. 

Иң-иңдәрҙе эксперт комиссияһы балдар буйынса һайлап алған. Йәш шайморатовсыларҙың уҡыуҙағы уңыштары, төрлө олимпиада-конкурстарҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары, йәмәғәт ойошмаларында, проекттарҙа, ирекмәнлек эшендә әүҙем ҡатнашыуҙары ҡаралған.

Бүләкләү тантанаһы 2-се республика "Смарт" күп йүнәлешле полилингваль гимназияһында үтәсәк.

 

"Йәш шайморатовсылар" бүләкләнәсәк
"Йәш шайморатовсылар" бүләкләнәсәк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: