+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь , 20:15

Журналистар – IV  «Медиайыйын»да

Бөгөн Өфөләге "Башҡортостан" концерт залы бинаһында  журналистарҙың сираттағы IV «Медиайыйын» республика киң мәғлүмәт саралары форумы үтте.  Быйыл дүртенсе тапҡыр уҙғарылды.

Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да

Быйылғы IV «Медиайыйын» республика киң мәғлүмәт саралары форумы "Беҙ бергә!" девизы менән асылып китте. Сараны алып барыусы Азамат Йәнбирҙин һүҙҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа бирҙе.

Радий Фәрит улы республика журналистарын Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотланы һәм уларҙың  еңел булмаған  яуаплы эштәрендә уңыштар теләне.

–  Башҡортостанда ҙур журналистар армияһы, телехәбәрселәр, нәшриәтселәр, блогерҙар эшләй. Республикаға кәрәкле хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт әйтәм, – тине  Радий Хәбиров. – Бөгөнгө «Медиайыйын»  дүртенсе тапҡыр уҙа. Тәүгеһе ковид пандемияһына тура килгәйне. Шул мәлдә журналистар  халыҡҡа әүҙем аңлатыу эше алып барҙы. Бер ҙә юғалып ҡалманылар. Әле лә махсус хәрби операцияла  республика журналистары  ысын батырҙарса хеҙмәт итә. Араларында яугирҙәр рәтендәгеләр ҙә бар. Мәҫәлән, Артур Тапаҡов, Руслан Әхмәтйәнов,  Рафиҡ Әхмәтшин һәм Павел Самойлин. 

Матбуғат хеҙмәткәрҙәренең социаль хәлен яҡшыртыу буйынса ла эштәр башҡарыла. Журналистарға хеҙмәт хаҡы арттырылды. Грант конкурстары иғлан ителде. Баш ҡалалағы Матбуғат йортон төҙөкләндереүгә әҙерлек эше башланды. Тағы ла тиҙҙән журналистика өлкәһендә  "Хәҡиҡәт. Яуаплылыҡ. Ҡаһарманлыҡ" премияһын   булдырасаҡбыҙ. Был премия йыл һайын тапшырыласаҡ. Тәүге ғаризаларҙы  октябрь айында ҡабул итәсәкбеҙ. Ғөмүмән, 300-әр мең һумлыҡ 20 премия буласаҡ, – тине республика етәксеһе. 

Радий Фәрит улы,  телмәрен тамамлағас, бер төркөм республика журналистарын  Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре  исеме менән бүләкләне.

Быйылғы  IV «Медиайыйын»да шулай уҡ федераль кимәлдәге ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты.  Улар – "Аргументы и факты" нәшриәт йортоноң генераль директоры Руслан Юрьевич Новиков, "Комсомольская правда" нәшриәт йортоноң шеф-мөхәррире Евгений Александрович Сазонов, Милли телерадиотапшырыуҙар ассоциацияһының генераль директоры Александр Александрович Широких, Рәсәйҙең Журналистар союзы секретары, Медиаиндустрия академияһы профессоры Вячеслав Владленович Умановский. Абруйлы ҡунаҡтар үҙҙәренең сығыштарында хәҙерге журналистика, традицион  мәғлүмәт саралары, дзен яңылыҡтары,  аудиторияны ҙурайтыу һәм уның  ысулдары хаҡында һөйләне.

Сараның икенсе өлөшөндә  Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадрановҡа «Профессиональ берләшмә алдындағы хеҙмәттәре өсөн» билдәһен  Рәсәй Журналистар союзы секретары, Медиаиндустрия академияһы профессоры Вячеслав Умановский тапшырҙы. 

Бөгөнгө «Медиайыйын»да ҡатнашҡан һәр ҡәләм оҫтаһы үҙенә бик күп файҙалы мәғлүмәт һәм кәңәштәр алып таралышты.

 

 Автор фотолары.

Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Журналистар – IV  «Медиайыйын»да
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: