+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Июнь , 15:23

Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә

Салауат районында XX "Салауат йыйыны" республика фольклор байрамы уҙҙы. Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналыуы иһә икеләтә әһәмиәткә эйә.

Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә

Был көндө тағы бер мөһим ваҡиға булды: "Салауат ере" тарихи-мемориаль комплексы асылды. Ул батырыбыҙҙың тыуған ауылы Тәкәй ерендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең "Салауат.Өн аралаш төш" әҫәренә нигеҙләнеп төҙөлгән. Парктағы һәр нәмә Салауат исеме менән бәйле һәм уның тормош юлы тураһында һөйләй. Мәҫәлән, "Бала саҡ тураһында иҫтәлек" тип аталған майҙансыҡта һәр турист бала сағын иҫенә төшөрә аласаҡ. "Салауаттың атаһы менән осрашыуы", "Халыҡ батыры тураһында иҫтәлек" һәм башҡа урындар бар. Салауат батыр тыуып-үҫкән тарихи урында урынлашҡан парк халҡыбыҙ өсөн бик иҫтәлекле һәм туристарҙы күпләп йәлеп итер, моғайын.
Байрамдың мөһим өлөшө "Салауат вариҫтары" театрлаштырылған тамашаһы булды. Уның сценарий авторы – Зөһрә Бураҡаева, режиссеры – Сулпан Асҡарова. 700 кеше – танылған сәнғәт һәм мәҙәниәт коллективтары, музыкаль төркөмдәр, шулай уҡ кадеттар, һыбайлылар йәлеп ителгәйне. Тамаша халыҡ батыры образын асыуға арналды, Ватанды һаҡлау тигән изге бурысты үтәү, хәрби традицияларҙы быуындан-быуынға тапшырыу темаһы яҡтыртылды.
Байрамды асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
– Салауат Юлаев Башҡортостан өсөн айырым әһәмиәткә эйә. Ул – халҡыбыҙҙың рух, илһөйәрлек, батырлыҡ символы, – тине үҙенең сығышында ул.
"Салауат йыйыны"нда ҡатнашыусыларҙы Федерация Советынан яҡташыбыҙ Лилиә Ғүмәрова, Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов та сәләмләне.
Республика фольклор байрамында"Аҡбуҙат" ат сабышы ярышы, милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса "Салауат бәйгеһе", милли геройыбыҙҙың исемен популярлаштырыуға йүнәлтелгән "Оран" сувенирҙар конкурсы уҙҙы.
16 – 25 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында ойошторолған "Беҙ – Салауат тоҡомо" ижади бәйгеһендә Балаҡатай, Дыуан, Иглин, Салауат, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Мәсетле, Нуриман, Салауат райондарынан, Сибай ҡалаһынан 17 кеше ҡатнашты. "Салауат батыры" конкурсында Салауат районынан Илнар Хәсәнов Гран-приға лайыҡ булды. "Йөҙөк ҡашы Зөләйха" бәйгеһендә иһә Гран-при Балаҡатай районынан Наҙгөл Ғәлиуллинаға тапшырылды. Еңеүселәргә 100-әр меңлек сертификаттар бүләк иттеләр.
Төбәк-ара тирмәләр конкурсы ла байрамдың матур биҙәге булды. Бында Ҡыйғы районы I урынды яуланы.
Республика ҡурайсылары йыйыны ла ошо ҙур байрам барышында үтте. Унда башҡорт халҡының милли музыка ҡоралын популярлаштырыу, йәш быуынға ҡурайҙа уйнарға өйрәнеү өсөн мөмкинселекте арттырыу, данлыҡлы ҡурайсыларҙың исемдәрен мәңгеләштереү тураһында ла кәңәшләштеләр. Ҡурайсылар союзы рәйесе итеп Салауат Кирәев һайланды.
Башҡортостандың милли батыры, шағир-импровизатор Салауат Юлаев рухы бөгөн дә халҡыбыҙҙы берләштерә, тарихыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе онотмаҫҡа, тыуған еребеҙҙең ҡәҙерен белергә, һаҡларға саҡыра. "Салауат йыйыны"нда бик күп халыҡ ҡатнашыуы, ғаиләләрҙең балалар менән бергәләп килеүе ҡыуаныслы. Йәш быуында милли ғорурлыҡ, илһөйәрлек тойғолары артыр.

Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Батырыбыҙ мәңге хәтерҙә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: