+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь , 11:40

Ҡунаҡтар ҡабул итәбеҙ

Сентябрҙә беҙҙә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар өсөн ойошмаларҙа тәрбиәләнеүселәргә ярҙам итеү йәһәтенән ойошторолған проект финалы үтә. Ул “Бала саҡты ҡайтарыу” тип атала.

Ҡунаҡтар ҡабул итәбеҙ
Ҡунаҡтар ҡабул итәбеҙ

Башҡортостанға Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәренән 500-гә яҡын бала килә. Уларҙы урынлаштырыу, ашатыу, хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре хәл ителә. Бай программа ла ҡаралған. Конкурстар, спорт ярыштары, кулинар алыш, экскурсиялар һәм дискотекалар, баскетбол буйынса турнир, колледждарҙа һөнәри йүнәлеш биреү дәрестәре, билдәле кешеләр менән әңгәмәләр көтә. Аҙаҡ республиканың үҙәк мәҙәни майҙансыҡтарының береһендә ҙур концерт буласаҡ. Конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла

Проекттың төп бурысы – һөнәри йүнәлеш биреү, балаларҙың потенциалын үҫтереү өсөн шарттар булдырыу. Әлегә фестиваль финалында ҡатнашыу өсөн иң һәләтлеләр араһында һайлап алыу конкурстары үтә.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: