+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август , 19:26

"Тамыр"ҙа – яңы проект

«Тамыр» балалар-үҫмерҙәр телеканалы яңы тапшырыуҙар серияһы әҙерләй. Ул ауыл хужалығы хаҡында буласаҡ.

"Тамыр"ҙа – яңы проект
"Тамыр"ҙа – яңы проект

Алып ба­рыу­сылар Искәндәр Йосопов менән Гүзәл Мостафина тиҫтерҙәре өсөн ҡыҙыҡлы сығарылыштар тәҡдим итәсәк. Бер телем икмәк йә бер стакан һөт өсөн күпме кешенең тир түгеүе хаҡында ул «Зерно» тапшырыуы.
– Балалар өсөн ауыл хужалығы тураһында танып белеү тапшырыуын эшләргә күптән йыйына инек, – ти проект авторы, «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Башҡортостанда ауыл хужалығы тармағы һәр саҡ көслө булып ҡала. Малсылыҡ, иген үҫтереү өлкәһендә күпме хеҙмәт геройҙарыбыҙ булған һәм бар. Яңы проектта беҙ республикабыҙҙың аграр тарихын да күрһәтергә теләйбеҙ. Бар мәғлүмәтте ҡыҙыҡлы итеп бирергә, уны заманса графика менән тулыландырырға ниәтләйбеҙ.
Алып барыусылар һәр сығарылышта төрлө һорауҙарға яуап эҙләй. Ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр менән танышалар, хатта үҙҙәрен уларҙың урынында һынап ҡарайҙар. Теге йәки был һөнәрҙең асылын аңлаталар, геройҙар хаҡында һөйләйҙәр. Искәндәр менән Гүзәл Ғафури баҫыу­ҙарында, «Алексеевка» комплексы теплицаларында, Иглин районы умарталыҡтарында булырға өлгөргән дә инде. Шишмә районында иген сифатын баһалағандар. Мәләүез районында – кәзә аҫрау, ә Ҡырмыҫҡалыла һарыҡ тотоу серҙәрен сискәндәр. Халҡыбыҙҙың төп кәсептәренең береһе булған йылҡысылыҡ тураһында ла һөйләйәсәк улар.
Бәләкәйҙән хеҙмәт кешеләренә ихтирам тәрбиәләргә кәрәк. Яңы телепроект ауыл хужалығы һөнәрҙәренә ҡарата ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, балаларҙа аграр тармаҡта эшләргә теләк уятыр, тип уйлайбыҙ.

 

"Тамыр"ҙа – яңы проект
"Тамыр"ҙа – яңы проект
"Тамыр"ҙа – яңы проект
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: