+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
30 Август 2024, 08:13

Юбилей саралары ҡайҙа үтә?

Өфөнөң 450 йыллығына арналған байрам саралары 30 һәм 31 августа үтә. Төп тема – берҙәмлек һәм илһөйәрлек. Ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарға ҡайҙа барырға була?

Юбилей саралары ҡайҙа үтә?Юбилей саралары ҡайҙа үтә?
Юбилей саралары ҡайҙа үтә?

«Арт-КВАДРАТ» үҙәгендә «АйДа Фест» IV Бөтә Рәсәй фестивале уҙа. Унда илебеҙ театрҙарынан 80-ләп артист килә, 3 көн эсендә 40-тан ашыу спектакль ҡуйыласаҡ.
Бөгөн «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатрҙа «Евразия йөрәге» VIII халыҡ-ара сәнғәт фестивале үтә. Ә Урыҫ драма театры алдына тынлы оркестрҙар фестиваленә йыйыласаҡтар.
31 август иртәһе «Ваҡыт капсулаһы»н һалыу менән башланасаҡ. Хәтерегеҙҙәме, 12 июндә 50 йыл ятҡан төргәкте асҡайнылар? Хәҙер киләһе быуынға ла беҙҙән хат ҡаласаҡ.
Ағиҙел яры буйында колоннада төҙөлөүенә лә иғтибар иткәнһегеҙҙер. Ул Башҡортостан менән Абхазия дуҫлығына арнала. Монументты тантаналы асыу 31 авгусҡа тәғәйенләнгән.
Бөтә ҡала буйлап төрлө парктарҙа күңел асыу саралары уҙғарылыуы көтөлә. Концерттар, театрлаштырылған тамашалар әҙерләнә. Билдәле сәхнә йондоҙҙары ла килә: ике көн дауамында төрлө майҙансыҡтарҙа Радик Юлъяҡшин, Ваня Дмитриенко, Алексей Воробьев, «Пицца» төркөмө, Алһыу, HammAli & Navai, Николай Басков, Олег Газманов, Екатерина Гусева, Дмитрий Харатьян, Полина Гагарина сығыш яһаясаҡ.

 

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас