Был сара “Рәсәйҙең милли матурлығы” сиктәрендә үткәрелде. Конкурстың генераль директоры – Айгөл Үтәгәнова. Башҡортостанда – ярҙамсыһы Зарина Йәнбирҙина.
Бындай конкурс Иглин ерлегендә беренсе тапҡыр уҙҙы. Унда төрлө йәштәгеләргә лә ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Ярышта ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә үҙҙәрен һынаны. Иң кескәй ҡатнашыусыға 5 йәш булһа, иң олоһона – 87. Бәйгеселәр үҙҙәре тураһында төрлө формала бәйән итте, дефиле күрһәтте. 83 йәшлек Әлфинур Әхмәтйәнова иһә йырҙары менән әсир итте.
Бәйгене Айгөл Тәфтизән ҡыҙы Хужина менән сибәрлек конкурсының 15 тапҡыр еңеүсеһе булған ҡыҙы мисс Регина баһаланы.
4 – 7 йәшлектәр араһында Гран-при – Амелия Әхмәтшинала, 8 – 12 йәшлек ҡыҙҙар араһында – Самира Шәрипҡолова, 13 – 17 – Валерия Зарипова, 18 – 25 йәшлектәр араһында – Виктория Чистоступова, 26 – 35 йәшлектәр араһында – Ксения Теплова, 35 йәштән алып Надежда Журавлёва таждарын кейҙе.
Егеттәр араһында Имран Йособов, Александр Вәлеев еңеүсе булараҡ билдәләнде.
Конкурстың бағымсыһы һәм ойоштороусыһы – Иглин районының “Ғаилә һәм бала саҡ” төбәк үҙәге һәм директоры Зөлфиә Исмәғилева булған “SM” матурлыҡ студияһы. Улар ҡиммәтле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары менән һәр ҡатнашыусыны һөйөндөрҙө. Конкурстың муниципаль этабын үткәреүҙә ҙур ярҙам күрһәткән өсөн Зарина Йәнбирҙинаға рәхмәт еткерелде.
Артабан һылыуҡайҙар октябрь айында республика этабында сығыш яһаясаҡ. Ундағы еңеүселәрҙе ноябрь айында Мәскәү ҡалаһы көтә. Уңыштар һеҙгә!
Римма БАЙМЫРҘИНА.