Ағиҙел яры буйында шаршамбы һайын уҙғарылған ритайым Өфө халҡын һәм ҡунаҡтарын бер урынға туплай. Эх, күңелле унда! Самауыр сәйе эсеп, тәмлекәстәр менән һыйланып, туйғансы тыпырлатып ҡайтырға була. Эстрадабыҙ йондоҙҙары ла йыш килә унда. Бөгөн "Бүреләр" егеттәренең сығышы көтөлә. Һигеҙенсе яртыла йыйылабыҙ, йәме?