Республика Башлығы Башҡортостандың дәүләт телдәрендә ант бирҙе.
"Башҡортостан Республикаһы Башлығы вәкәләттәрен тормошҡа ашырғанда Башҡортостан Республикаһының күп милләтле халҡына тоғро хеҙмәт итергә, Башҡортостан Республикаһы дәүләтселеген нығытырға һәм яҡларға, Рәсәй Федерацияһы Конституцияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын үтәргә, кеше һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм азатлығын гарантияларға ант итәм", - тине Радий Хәбиров.
Радий Хәбиров уҙған һайлауҙа 80,21% тауыш йыйған. Уның кандидатураһын республиканың 1,724 миллиондан ашыу һайлаусыһы хуплаған.