– Кем башҡортса иң күп һүҙ өйрәнә, шул университеттың махсус бүләге менән бүләкләнәсәк, – тип ҡаршыланы уларҙы ректор Салауат Тәлғәт улы Сәғитов.
Ун көн эсендә уҡыусылар ял итеп кенә ҡалмай, ә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәтен, тарихын да өйрәнә.
– Беҙҙә 160-тан ашыу милләт татыу йәшәй. Уларҙың да мәҙәниәтен өйрәнергә саҡырам, – тине мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова.
– Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында минең өләсәйем менән әсәйем Башҡортостанға эвакуацияланған. Беҙгә бик ҡәҙерле төйәк. Һеҙҙең дә, балалар, киләсәгегеҙ тыныслыҡта үтер, тип ышанам, – тине профессор Михаил Швыдкой.
Луганск Халыҡ Республикаһы уҡыусыларына, йола буйынса, университеттың галстуктарын бәйләнеләр.