+11 °С
Облачно
VKOKМакс
Яңылыҡтар
28 Ноября 2024, 06:20

Туғандар миллионлы булған

Хәҙерге заманда уҡыусыларға аҡса эшләү өсөн мөмкинлектәр күп. Тырышып уҡырға, булған һәләтеңде үҫтерергә генә кәрәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Туғандар миллионлы булғанТуғандар миллионлы булған
Туғандар миллионлы булған

Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында үткән "Кибер - 102" хакатонында ағалы-ҡустылы Егор һәм Богдан Глуховцевтар еңеп, миллион һумлыҡ сертификат отҡан. Улар Яңы Отрадовка мәктәбендә һәм Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейында белем ала. Хакатонда дүртенсе йыл рәттән ҡатнашалар, тәжрибәләре етерлек. Егеттәр ҡатмарлы кейс һайлаған.

"Кибер - 102" хакатоны "Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады" милли проекты буйынса үткәрелә. Уның маҡсаты: компаниялар, эшҡыуарҙар һәм уйлап сығарыусылар, информацион технологиялар менән шөғөлләнеүсе йәштәр араһында хеҙмәттәшлек булдырыу. 

Быйылғы  ярышта 148 студент һәм уҡыусы, йәғни 47 команда ҡатнашҡан. Иң йәш команда булараҡ, Стәрлетамаҡтағы 3-сө башҡорт интернат-лицейынан VII синыф уҡыусылары Тимур Ғәлиев һәм Арсен Кәримов махсус бүләк менән бүләкләнгән.

Хакатонда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ҙур компаниялар менән артабан хеҙмәттәшлек итеү өсөн ҙур мөмкинлек был.

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас