Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә генә түгел, ҡаланың башҡа өлөштәрендә йәшәүселәр ҙә ярата был урынды. Йәйен дә, ҡышын да унан кеше өҙөлмәй. Ә ял көндәре инде шешлек бешереү бидәмәһендә аяҡ баҫырлыҡ урын юҡ. Уңайлы ғына урынлашҡан паркта скандинав таяҡтары менән йөрөргә, футбол-волейбол уйнарға, саңғы шыуырға, йүгерергә була. Ошонда уҡ ҙур булмаған заповедник бар, унда хайуан-ҡоштар көн итә.
Шулай ҙа парк яңыртыу, ремонт талап итә ине. Быйыл асфальт алмаштырылды, яҡтыртҡыстар ҡуйылды, ҡайһы бер зоналар яңырҙы. Иң мөһиме – бөтә ҡоролмалар ҙа хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирһен, ололар ҙа, балалар ҙа күп йөрөй бит бында. Тулыраҡ видеояҙмала Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Базғудинов һөйләй.
АВТОР фотолары һәм видеоһы.