Алтаҡталарҙа, географик атамаларҙа хаталарҙы күреп йән әсей. Был осраҡта ҡайҙа мөрәжәғәт итергә?
1999 йылда "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия төҙөлә. Сентябрь айында республика комиссияһы составы яңыртылған.
Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында комиссияларҙы дәүләт телдәрен белгән һәм вазифаларына яраҡлы ҡарарҙар ҡабул итә алған кешеләр етәкләйәсәк. Шул йәһәттән "Торатау" конгресс-холында комиссия сәркәтиптәре өсөн семинар-уҡытыу ойошторолдо һәм уҡығандарын раҫлаусы сертификаттар ҙа тапшырылды. Бында район һәм ҡала комиссияларының 70 сәркәтибе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссия ағзалары саҡырылды. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, Мәғариф һәм фән министрлығы, профилле юғары уҡыу йорттары, Фәндәр академияһының тарих, тел һәм әҙәбиәт институты вәкилдәре сығыш яһаны. Улар эште координациялау, ҡала һәм район комиссиялары эшмәкәрлегендә методик һәм практик ярҙам күрһәтеү өсөн аныҡ тәҡдимдәр бирҙе.
Географик атамаларҙың, ойошма исемдәренең дөрөҫ тәржемә ителмәүенә бәйле бик күп мөрәжәғәттәр килә. Шул маҡсатта «Хатаһыҙ ҡала. Башҡортостан» тип аталған чат-бот эшләнелгән: t.me/bashnamebot.
Бөтә мөрәжәғәттәр ҙә автоматик рәүештә Республика идара итеү үҙәгенең инцидент-менеджментына юллана. Был чатҡа барыбыҙ ҙа ебәрә алабыҙ.
Шулай уҡ «ПрофТәржемә», йәғни автоматлаштырылған квалификациялы тәржемә системаһын ҡулланылышҡа индереү маҡсаты тора: aispp.ru. Дәүләт хеҙмәттәре аша теләге булған һәр кемгә текстарҙы тәржемә итеү мөмкинлеге буласаҡ. Телдәрҙе камил белгән һәр кем системала теркәлеп, Өфө фән һәм технологиялар университеты ҡарамағындағы комиссия аша аккредитация үтеп, эксперт була ала.