26 мартта Өфөләге 48-се башҡорт лицейында! Бында билдәле кешеләр, балалар баҫмалары вәкилдәре, блогерҙар, фотографтар, видеографтар, йәш журналистарҙың ижади берекмәләре һәм мәктәп медиаүҙәктәре вәкилдәре киләсәк.
Нимә көтөлә һуң? Сара барышында уҡыусылар социаль селтәрҙәргә постарҙы ҡыҙыҡлы итеп яҙырға өйрәнәсәк. Буктрейлерҙар эшләү, фотоға, видеоға төшөрөү буйынса кәңәштәр аласаҡ. Уҡытыусылар йәштәрҙә китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу буйынса эш итәсәк.
Мәктәп етәкселәре өсөн “Хәҙерге заман етәксеһенең шәхси бренды” тигән темаға фекер алышыу ойошторола. “Аулаҡ” башҡорт клубының “Шымсы” өҫтәл уйыны менән танышыу, “Заман теле” акцияһында ҡатнашып, башҡорт телендә контент төҙөү алымдарын өйрәнеү көтөлә, ҡиммәтле приздар ҙа уйнатыла.
Күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре лә буласаҡ.
Форумда ҡатнашырға теләүселәр ошонда теркәлһен: https://forms.gle/476Db3orQEYbUxsh8. Үткәреү урыны: Өфө, Борисоглебский урамы, 17.
Фото: bashgazet.ru.