+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Яңылыҡтар
25 Март 2025, 07:33

БДИ биреп ҡараныҡ

Был үҙенсәлекле һынауға министр ағай-апайҙар үҙҙәре лә килгәйне. Ниңәме? Сөнки Берҙәм дәүләт имтиханы, нисә йыл рәттән үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, һаман һорауҙар тыуҙыра.

БДИ биреп ҡараныҡБДИ биреп ҡараныҡ
БДИ биреп ҡараныҡ

Ҡайһы бер ун беренселәр, бирә алмаҫмын, тип ҡурҡа. «БДИ-ны бергәләп тапшырабыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһына, уҡыусы балалары булған әсәй булараҡ, мин дә ҡушылдым.
Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһында барыһы ла ысын имтихандағы кеүек ойошторолғайны. Телефондарҙы, шәхси әйберҙәрҙе тапшырып, синыф бүлмәләренә инеп ултыр­ҙыҡ. Уҡытыусылар имтихан нисек барасағын, башҡа ҡағиҙәләрҙе аңлатты. Кәрәкле бланктарҙы тултырып, эшкә тотондоҡ. Тарих, физика һәм математика фәндәре араһынан мин һуңғыһын һайлағайным.
Ысын имтихан 3 – 4 сәғәт бара, ата-әсәләргә 30 минут ҡына бирелде. Сөнки беҙҙең маҡсат белемеңде тикшереү түгел, ә БДИ-ның ойошторолоу рәүешен күреү, үҙеңде балаң урынына ҡуйып ҡарау ине бит. Бер ниндәй ҡур­ҡынысы юҡ икән тигән һығымтаға килдем мин. Мәктәп программаһы буйынса төҙөлгән мәсьәләләр һәм миҫалдарҙы еңел сисергә була – бары тик темаларҙы ваҡытында үҙләштереп барырға кәрәк. Математиканан, мәҫәлән, кәрәкле формулалар алдыңа һалына. Имтихан ваҡытында сығып керергә рөхсәт ителә, «Тиҙ ярҙам» машинаһы дежурҙа тора. Сөнки ныҡ тулҡынланғандар ҙа була. Әгәр үҙеңде насар тойһаң, БДИ-ны икенсе ваҡыт бирергә мөмкин.
Ун беренселәр! Имтиханды ыңғай баһаға тапшырмаған хәлдә лә, борсолмағыҙ. Быйыл уҡ юғары уҡыу йортона инеү мотлаҡ түгел. Һеҙҙең барыһы ла – алда!

БДИ биреп ҡараныҡ
БДИ биреп ҡараныҡ
БДИ биреп ҡараныҡ
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас