Онлайн рәүештә ул "Башҡортостан юлдаш телевидениеһы" телеканалында, рәсми сайтта, ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә 26 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана. Яҙғас, эштәрҙең фотоһын bashdictant2025@yandex.ru сайтына йәки @bash_dictant_bot телеграм-ботына һалырға кәрәк.
Йәнә мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында ла диктант яҙасаҡтар. Майҙансыҡтарҙа ҡатнашыусылар башҡорт телен белеү кимәленә ҡарап тәҡдим ителгән текстар буйынса төркөмдәрҙе һайлаясаҡ. Һөҙөмтәләр акция үткәрелгәндән һуң 30 көн эсендә рәсми сайтта урынлаштырыласаҡ.