Проект интерактив форматта уҡыусыларға селтәрҙәге төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләйәсәк. Материалдар сайтта бар.
Былтыр, мәҫәлән, "Бәйләнештә" селтәренең “Һанлы ликбез” проектына ярашлы үткәрелгән дәрестәрен ил буйынса 500 меңдән ашыу уҡыусы ҡараған. Унда VК ID аккаунтын һаҡлау, “паролһеҙ инеү” технологиялары, мутлашыусыларҙың стратегияларын һәм уларға ҡаршы көрәш саралары тураһында белергә мөмкин.
Фото: yandex.ru.