Улар бергәләп ҡар бабай яһап, фотоһын ебәреп, тауыш биргән ваҡытта еңеп сыҡты. Балалар Өфөләге 110-сы мәктәптә белем ала. Почёт грамотаһы менән бүләктәребеҙҙе алғас, ныҡ шатландылар.
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр менән дә осраштыҡ. Балалар гәзитебеҙҙе бик ҡыҙыҡһынып ҡараны, ә ҡайһы берҙәре баҫмабыҙ менән таныш та булып сыҡты. Гәзит матур, сағыу, тинеләр. Күптәр яҙылырға вәғәҙә бирҙе. Осрашыуҙы ойошторған башҡорт теле уҡытыусыларына рәхмәт!