+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Яңылыҡтар
18 Апрель 2025, 17:45

"Шаян-лига-2025" финалы үтте

Ул Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының концерт залында ойошторолдо. 

"Шаян-лига-2025" финалы үтте"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте

Проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды һәм БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы ярҙамында тормошҡа ашырылды.

Уйындар ноябрь айында башланғайны. Бөтә республиканан 30 команда ҡатнашып, Өфөгә килеү бәхете иң шаяндарға ғына тәтене. Шулай итеп, кемдәр еңде һуң?

3-сө урын: "ТТ" (Тәтешле районының 2-се мәктәбе), "Үәт ҡыҙыҡ" (Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбе), “ХХ централ” (Өфө ҡалаһының Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы);

2-се урын: “17-се йыһан” (Өфө ҡалаһының 17-се мәктәбе), “Тәтеш” (Тәтешле районы балалар ижады үҙәге) , “Етегән+1” (Өфө ҡалаһының Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы);

1-се урын: “Баш бармаҡ” (Сибай ҡалаһының башҡорт лицейы) и "4К" (Ишембай районы Кинйәбулат урта мәктәбе).

 

Автор һәм https://vk.com/bashligakvn фотолары.

"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте
"Шаян-лига-2025" финалы үтте
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас