Иртәндән белем усағы ихатаһы уҡырға аллы-гөллө итеп кейенеп килгән балалар менән тулғайны. Бигерәк матур шул милли кейемдәр, һәр хәлдә, бөгөнгө йәштәр өҫтөнлөк биргән киң свитер менән салбарҙарың ары торһон.
Сағыу сарала һәр синыф ҡатнашты. Уҡытыусылар тематик һөйләшеүҙәр ойошторҙо, байрамдың әһәмиәтен аңлатты. Тамаша залында ҙур концерт үтте. Уҡыусылар ҙур теләк менән бейеү флешмобына ла ҡушылды. Мин был байрамда IV «Б»-лар менән таныштым. Параллелдәге иң әүҙем, тырыш синыф, тип маҡтанылар уларҙы. 36 бала белем алған синыфтың етәксеһе – Альбина Марс ҡыҙы Ғәлишина. Башҡорт, татар, хатта дағ милләте балалары дуҫ уҡый бында.
– Гимназиябыҙҙағы фольклор түңәрәгенә бик теләп йөрөйҙәр. Айгөл Иршат ҡыҙы Игликова башҡорт мәҙәниәте хаҡында ғына һөйләп ҡалмай, милли уйындарҙы ла өйрәтә. Бергәләп йырлайҙар, бейейҙәр. Бөгөн ошо уҡыусыларыбыҙ концертта ҡумыҙҙа уйнап сығыш яһаны. Ә үҙебеҙҙә әкиәт ҡуйҙыҡ, – ти уҡытыусы ғорурлыҡ менән.
Һуңынан уҡыусылар төрлө оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Мәҫәлән, кескәй түшелдерек яһарға, күндән беләҙек эшләргә мөмкин ине. Фойелағы махсус фотозонала күмәкләшеп фотоға ла төштөләр.
– Бөгөнгө байрам бик оҡшаны. Мин үҙем ошо башҡорт күлдәген һәм камзулын ғорурлыҡ менән кейеп килдем, – тине етенселә белем алыусы Регина Хужина. Әйткәндәй, был ҡыҙ төрлө милли конкурстарҙа республикабыҙ данын яҡлай, халыҡ-ара кимәлдә лә еңеүҙәре бар. Рухлы байрамдан уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ҡәнәғәт ҡалды. Ул милләт-ара татыулыҡты, берҙәмлекте тағы ла нығытты.